Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың күп профилле һөнәри колледжы WorldSkills Russia стандарттары буйынса тәүге 100-гә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

WorldSkills Russia стандарттары буйынса тәүге 100 һөнәри белем биреү йортона Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы ингән. Колледжға Рәсәйҙең иң яҡшы белем биреү ойошмаһы статусын раҫлаған бинаның тышҡы яғына ҡуя торған таҡтаны тапшырҙылар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

Тәүге 100 иң яҡшы уҡыу йорто исемлеге 2017 йылда «Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)» хәрәкәтен үҫтереүгә йәлеп итеү күрһәткестәре буйынса төҙөлгән. Улар араһында – студенттарҙың төрлө кимәлдәге һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарында ҡатнашыуы, WorldSkills Russia стандарттары буйынса күрһәтмә имтихандар үткәреү, шулай уҡ «Йәш профессионалдар (Вордскиллс Рәсәй)» союзының төрлө сараларында ҡатнашыу. Бөтә һайлап алыу шарттары ла төбәк Мәғариф министрлығы менән килешелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1125231-mnogoprofilnyy-professionalnyy-kolledzh-bashkirii-voshel-v-top-100-po-standartam-worldskills-russia/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть