Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Урал аръяғында фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса зона кәңәшмәһе үтте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Баймаҡ районында Башҡортостандың Урал аръяғында кесе хужалыҡ формаларын үҫтереү буйынса зона кәңәшмәһе үтте. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала яҡынса 6,5 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, алдынғы ауыл хужалығы эшмәкәрлеге бар. Йыл һайын 250-нән ашыу яңы крәҫтиән (фермер) хужалығы асыла.

Уларҙың тулайым ауыл хужалығы продукцияһында сағыштырма ауырлығы ла 2010 йылда 3,9 проценттан 2017 йылда 11 процентҡаса үҫкән. 2017 йылда фермер хужалыҡтарының дөйөм тулайым продукция күләме 18,9 миллиард һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта ошо хужалыҡ формаларына дәүләт ярҙамы күләме – 1,1 миллиард һум.

Министр урынбаҫары крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өсөн махсус грант программалары, атап әйткәндә, «Башлап тороусы фермерҙарға ярҙам итеү» һәм «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» тураһында һөйләне.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында бер һум дәүләт ярҙамына етештерелгән продукция күләме 17 һумдан артып киткән, был фермер хужалыҡтарында дәүләт ярҙамының юғары һөҙөмтәлелеге хаҡында дәлилләй.

http://www.bashinform.ru/news/1124966-v-bashkirskom-zaurale-proshlo-zonalnoe-soveshchanie-po-razvitiyu-fermerskikh-khozyaystv/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть