Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала буласаҡ әсәләргә әле донъяға килмәгән сабыйҙарының 3D-моделен тәҡдим итәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә буласаҡ әсәләр әле донъяға килмәгән сабыйҙарының 3D-моделенә заказ бирә ала. Бындай хеҙмәт проектын урындағы йәш эшҡыуарҙар уйлап сығарған, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.

Ҡарындағы баланың аныҡ проекцияһын эшләү өсөн яҡшы сифаттағы УЗИ-рәсеме кәрәк. Һуңынан 3D-принтер ярҙамында модель эшләнә. Өҫтәүенә, макетты гипстан йәки пластиктан эшләргә, алтын йәки көмөш менән ҡапларға мөмкин.

Буласаҡ әсәләр араһында был уй-фекер хуплау тапты, күптәре үҙҙәре һәм буласаҡ бала өсөн йөклө булыу осорон иҫтә ҡалдырырға теләй. Бынан тыш, был технологияны ҡарындағы баланың йөҙөндәге дефекттарҙы диагностикалау, шулай уҡ тыумыштан булған арҡа мейәһе бүҫерен дауалау өсөн файҙаланырға мөмкин тип иҫәпләнә. Оҡшаш хеҙмәттәр АҠШ-ла һәм Бөйөк Британияла ҙур һорау менән ҡуллана.

http://www.bashinform.ru/news/1125135-v-ufe-budushchim-materyam-predlagayut-3d-modeli-svoikh-eshche-ne-rodivshikhsya-detey/

Теги: 3D-принтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть