Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы тантаналы рәүештә йомғаҡ яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе»  II республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Профсоюздар йортонда үтте. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.

«Ойошманың бөтә проекттары ла социаль йүнәлеш алған, улар тәү сиратта халыҡтың йәшәү сифатын, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың статусын күтәреүгә, Ватаныбыҙҙың яҙмышында уның ижтимағи-сәйәси ролен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән», — тип билдәләне Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сараны асып.

Ҡатнашыусылар 10 номинацияла билдәләнде: «ҡатын-ҡыҙ – әсә», «ҡатын-ҡыҙ – лидер», «ҡатын-ҡыҙ – ғалимә», «ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы», «ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге», «ҡатын-ҡыҙ – өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».

Әсәләр араһында Туймазыла йәшәүсе, һигеҙ бала әсәһе, юғары спорт ҡаҙаныштарына эйә Светлана Черных; биш уңышлы бала тәрбиәләгән күренекле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева; Баймаҡ районында йәшәүсе, өс бала әсәһе (шул иҫәптән йырсы, Зилиә Бәхтиева концертында ҡатнашыусы) Рәмзиә Бәхтиева айырым алҡыштарға лайыҡ булды.

Ғалимәләр араһында сараға йыйылғандар билдәле тикшеренеүселәрҙе, фәндәр докторҙарын Фирҙәүес Хисәметдинованы, Розалиә Солтангәрәеваны, Вилә Баймырҙинаны тантаналы рәүештә ҡотланы. Мәҙәниәт номинацияһында «Ҡурай» телеканалы директоры Рита Өмөтбаева еңеүселәрҙең береһе булды. Шәфҡәтлелек менән әүҙем шөғөлләнгән һәм халыҡ араһында танылыу алған эшҡыуар – ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Һеҙҙең закон» компанияһын ойоштороусы, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы Эльмира Хәсәнова еңеүселәрҙең береһе тип билдәләнде.

«Ҡатын-ҡыҙ – өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре» номинацияһында еңеүсе ҡатын-ҡыҙҙар иң күркәм финалсылар булды. Улар сараға милли кейемдә килеп баҫты.

Бөтә еңеүселәр ҙә грамоталар һәм һындар менән бер рәттән төрлө-төрлө бүләктәр – биҙәүестәр, текстиль, кондитер изделиелары алды. Ойошманың эшмәкәрлегенә ярҙам иткән ир-егеттәргә һәм бөтә республиканан килгән иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт хаттары тапшырылды.

Конкурс еңеүселәрен һәм финалсыларҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Вилдан Яруллин, скрипкасы Илшат Мөслимов, Зилиә Бәхтиева, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡотланы. Профсоюздар йорто фойеһында милли биҙәүестәр, китаптар, сувенирҙар күргәҙмәһе эшләне.

Конкурсҡа республикала йәшәүселәрҙән генә түгел, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдән бөтәһе 200-ҙән ашыу ғариза килде. Конкурсты «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Профсоюздар федерацияһы, Рустар соборы, Татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Мари ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Халыҡтар дуҫлығы йорто хуплап сыҡты.

http://www.bashinform.ru/news/1125084-v-ufe-konkurs-zhenshchina-mat-natsii-torzhestvenno-podvel-itogi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть