Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 74.18 ↓

20 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды байрам көндәрендә пенсия таратыу графигын хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү менән бәйле «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе 5,6,7,9 һәм 10 мартта тарата, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу ваҡыты ағымдағы йылдың февраль айындағы квитанцияларҙа яҙылған.

12 марттан пенсия раҫланған графикка ярашлы таратыла.

Кредит ойошмаларға аҡса килешеү менән билдәләнгән срокта, 2018 йылдың 12 мартынан башлап, күсерелә.

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда пенсионерҙарҙың уртаса страховка пенсия күләме уҙған йыл аҙағына 12 714 һумға етте. 2017 йыл башында был күрһәткес республикала 12 080 һумға тиң ине.

Шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме дөйөм бер йылда 13 109 һум тәшкил иткән. Инвалидлыҡ буйынса – 8 334 һум, ҡараусыны юғалтыу буйынса – 8 720 һум.

Йыл башы менән сағыштырғанда төбәктә пенсионерҙар һаны яҡынса 12 меңгә артҡан һәм уҙған йылдың декабрь аҙағына 1,176 миллион кешенән уҙып киткән.

http://www.bashinform.ru/news/1125167-pensionnyy-fond-po-bashkirii-soobshchil-grafik-dostavki-pensiy-v-prazdnichnye-dni/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть