Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 18 мартта Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә «Һайлау-2018» Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй. Республикала һайлау барышын яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һәм блогерҙарҙы теркәү башланды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығындағы матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, ошондай форматтағы сара 2016 йылда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙен яҡшы күрһәткәйне. Ул саҡта уның эшендә 60-ҡа яҡын киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм блогерҙар, 11 сәйәси партия вәкилдәре, туғыҙ политолог һәм эксперттар ҡатнашты.

18 мартта Өфөлә, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында, Йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башлай (Ленин урамы, 25/29). Был көндә иртәнге сәғәт 7-нән алып 19 мартҡа иртәнге сәғәт 7-гә тиклем Рәсәй Президентына кандидаттарҙың һайлау алды штабы вәкилдәре, шулай уҡ дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар ойоштороу күҙаллана. Улар аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандар, инвалидтар, алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәгәндәр, тәфтиш изоляторында ултырғандар, аэропортта һәм тимер юл вокзалында пассажирҙар, дауаханала, шифаханала ятҡандарҙың тауыш биреүен ойоштороуҙы яҡтыртырға тейеш.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан тура трансляция режимында төбәктә тауыш биреү барышы тураһында мәғлүмәттәр биреү күҙаллана. Журналистар һәм эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙғарыу ҡаралған.

Рәсәй Президентын һайлау көнөндә республиканың 3453 һайлау участкаһында 10 318 йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй.

19 мартта иртәнге сәғәт 6-нан 7-гә тиклем Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшенә йомғаҡ яһала.

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә аккредитация үтеү өсөн 17 мартҡа ҡәҙәр  тәҡдим ителгән ысулдарҙың береһе менән файҙаланырға кәрәк.

1) гугл-форманы тултырып ебәрергә;

2) йәки Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында форманы тултырып, oprb2011@mail.ru  электрон адресына ебәрергә.

Бынан тыш, бөгөн, 5 мартта, төбәктә һайлауҙы күҙәтеү буйынса колл-үҙәк эш башланы. Йәмәғәт күҙәтеүселәренән һәм һайлаусыларҙан шылтыратыуҙар (347) 280-95-43 телефонына ҡабул ителә. Колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре «Граждандар контроле» юристары менән бергә консультациялар бирә һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтә. 18 марттан 19-на тиклем колл-үҙәк телефоны күп каналлы режимға күсерелә.

http://www.bashinform.ru/news/1124822-v-bashkirii-v-den-vyborov-18-marta-budet-rabotat-obshchestvennyy-press-tsentr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть