Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Зәйнәб Биишева исемендәге премияның 2017 йылғы лауреаттары билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

2 мартта, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған юбилей тантаналары барышында, яҙыусының тыуған яғы Күгәрсен районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында «Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияла республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән уҡытыусылар, халыҡ яҙыусыһының туғандары һәм яҡындары, Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы лауреаттары, танылған яҙыусылар, шағирҙар, күренекле яҡташтар ҡатнашты.

Премияның 2017 йылғы лауреаттары исеменә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, профессор, ғалим Әкрәм Бейешев (үлгәндән һуң) һәм «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзите журналисы Гөлдәр Абдуллина лайыҡ булды.

Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы 1998 йылдан алып халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә, уның ижади мираҫын пропагандалауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн тапшырыла. Ошо осорҙа 51 кеше ошо абруйлы премияға  лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1124435-v-bashkirii-opredelil-laureatov-premii-imeni-zaynab-biishevoy-za-2017-god/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть