Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡала башҡорттары берҙәйлеген һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Ҡала башҡорттары: берҙәйлекте һаҡлау мәсьәләләре» X төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция 26 апрелдә Яңауыл ҡалаһында үтә.

Конференцияла Башҡортостан ҡалаларының социаль-иҡтисади үҫеш, башҡорт урбанизацияһы, этносты, туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, республикала тел хәле һәм башҡорт теленең һөҙөмтәле эшләүе, һөнәри йүнәлеш эшмәкәрлеге, күп милләтле ҡала шарттарында милли мәғариф һәм тәрбиә биреү; милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре, Башҡортостан ҡалаларының иҡтисади үҫеш проблемалары һәм перспективалары, ҡаланың һәм ауылдың социаль-иҡтисади бәйләнештәре; милли үҙаңды үҫтереүҙә интернет-ресурстарҙың роле, визуаль антропологияла ҡала һәм ҡала мәҙәниәтен йөрөтөүселәр образы тикшереләсәк.

Конференцияны ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһы Милли ойошмалар федераль агентлығы, республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара ижтимағи ойошмалар милли союзы Башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Яңауыл районы хакимиәте.

Өҫтәмә мәғлүмәт буйынса конференцияһының ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71, 401-се бүлмә. Телефон: (347) 235-60-50.

http://www.bashinform.ru/news/1124833-v-bashkirii-obsudyat-problemy-sokhraneniya-identichnosti-gorodskikh-bashkir-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть