Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә 2018 йылдың ике айында 280 ир-егеттә һәм 196 ҡатын-ҡыҙҙа ВИЧ ауырыуы асыҡланған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда 2018 йылдың ике айында лаборатор рәүештә 476 кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған, уларҙан 101 кеше – Өфөлә. Ир-егеттәр – 280 (58,8 процент), ҡатын-ҡыҙҙар – 196 (41,1 процент). Тәүгә асыҡланғандар араһында 59 кеше Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы учреждениеларында ултыра.

Төп йоҡтороу юлы – енси, икенсе урында парентераль (инъекция аша), өсөнсөлө – вертикаль (әсәнән сабыйға).

Йыл башынан 100 йөклө ВИЧ-ауырыулы ҡатын теркәлгән, ВИЧ-ыңғай булған 66 ҡатын бәпесләгән.

Башҡортостан буйынса ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 11,7 тәшкил итә. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙың 2,72 процентҡа артыуы теркәлә (100 мең кешегә 11,3-тән 11,7-гә тиклем).

Өфө буйынса ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 8,97 тәшкил итә. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙың 6,47 процентҡа кәмеүе теркәлгән (100 мең кешегә 9,59-ҙан 8,97-гә саҡлы).

http://www.bashinform.ru/news/1124464-v-bashkirii-za-dva-mesyatsa-2018-goda-vich-infektsiya-vyyavlena-u-280-muzhchin-i-196-zhenshchin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть