Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Республикала балаларға ҡул күтәргән тәрбиәсегә хөкөм ҡарары сығарылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Йыл ярым холоҡ төҙәтеү эштәре һәм ике йыл дауамында белем биреү өлкәһендә эшләүҙе тыйыу. Ишембай районы суды «Күк сәскә» балалар баҡсаһының элекке тәрбиәсеһенә ҡарата ошондай хөкөм ҡарары сығарҙы. Уның арҡаһында 11 сабый зыян күргәйне. 44 йәшлек ҡатын «Бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.

Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, 2016 йылдың декабрендә «педагог» биш йәшлек ҡыҙҙы этеп ебәргән, һөҙөмтәлә бала башы менән карауатҡа бәрелгән. Тәрбиәсе йоҙроғо менән алты йәшлек сабыйҙың башына һуҡҡан.

«Ғәйепләнеүсе тыңламаған балаларҙы йыуыныу бүмәһенә бикләп ҡуйған. Ошо хәл тураһында белеп ҡалған ата-әсәләр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Судта ҡатын үҙ ғәйебен таныманы.

http://www.bashinform.ru/news/1124759-v-bashkirii-osudili-vospitatelnitsu-ot-ruk-kotoroy-postradali-11-detey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть