Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан рапирасыһы – фехтование буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Сочиҙа барған фехтование буйынса Европа беренселегенән Башҡортостан спортсыһы Адэлина Бикбулатова (фотола һулда) алтын миҙал алып ҡайтты. Ул рапирасыларҙың шәхси турнирында көслөрәк булып сыҡты.

1/8 өлөшөндә Адэлина итальян ҡыҙы Лючи Тортелотти менә көрәште һәм уны 15:6 иҫәбе менән еңде. Сирекфиналда Испанияның фехтование мәктәбе тәрбиәләнеүсе Ариадна Кастро Башҡортостан рапирасыһы ярышташы булды. Бикбулатова өс мәрәй айырма менән ярымфиналға сыҡты. Был алышта итальян ҡыҙы Мартина Фаваретто еңелде.

«Хәл иткес осрашыуҙа күбеһенсә Бикбулатова инициативаға эйә булды. Клаудия Мемоли (Италия) беҙҙең рапирасыға алға китергә бирмәй, ҡаты көрәште. Шулай ҙа Адэлина финалдағы көрәште еңеүгә илтте – 15:12. Был йәш төркөмөндә донъя чемпионы исеменә Европаның беренсе рапираһы исемен өҫтәне», — тип һөйләнеләр Рәсәй Фехтование федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1124749-rapiristka-iz-bashkirii-pobeditelnitsa-pervenstva-evropy-po-fekhtovaniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть