Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика юлдарында хәл: боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республикала автомобиль юлдарының хәле буйынса оператив мәғлүмәт ебәрҙе. 5 мартта иртәнге сәғәт 7-ләге мәғлүмәттәр буйынса, иң түбән һауа температураһы – 13,1 градус – Баймаҡ районында теркәлгән, иң юғары – Ғафури районында – -2,6 градус.

Тотош республика буйынса болотло һауа торошо, урыны менән буран һәм ҡар һырынтылары. Дымлылыҡ 85 процент, ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7 метр. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге 300 метрҙан ашыу.

Трассаларҙың ҡайһы бер участкаларында эләктергес коэффиценты түбәнәйгән, боҙлауыҡ күҙәтелә.

Боҙлауыҡ менән хәүефле ҡурҡыныс юл участкалары:

— Өфө-Бөрө-Яңауыл (Благовещен, Борай райондары),

— Кропачево-Мәсәғүт-Әчит (Мәсетле районы),

— Дүртөйлө-Нефтекама (Краснокама районы),

— М-5 «Урал» — Шишмә — Аксёнов — Ҡырғыҙ-Миәкә (Дәүләкән районы),

— Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе (Тәтешле районы),

— Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы (Баҡалы районы)

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, 4 марттан 5 мартҡа тиклемге осорҙа республикала юлдарҙы таҙартыуға һәм ҡарауға 108 берәмек махсус техника сыҡҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1124732-obstanovka-na-avtodorogakh-bashkirii-gololed-i-snezhnye-zanosy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть