Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә иң «ҙур» һөт – Учалы һәм Ауырғазы райондарында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда иң ҙур һауым – Учалы һәм Ауырғазы райондарында. Бында тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса 20,2-шәр килограмм һөт һауып алалар, республикала уртаса күрһәткес 13,7 килограмға тиң. Быны ошо райондарҙа күпләп голштин-фриз һыйырҙарын үрсеткән «Байрамғол», «Уңыш» кеүек эре хужалыҡтар – һөт фермалары барлығы аңлата ла инде.

Республика буйынса фураж һыйырына уртаса һауым йыл башынан 759 килограмм тәшкил итә (2017 йылдың ике айына ҡарағанда 34 килограмға юғары), тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрөрәбеҙ, 2017 йылда төбәк тәүгә бер һыйырға 5 меңлек кимәлде үтте. Бер нисә районда һыйырға һауым 6 мең килограмдан артты: Учалыла – 7786 килограмм, Саҡмағошта – 6906 килограмм, Ауырғазыла – 6665 килограмм.

Дөйөм һөт етештереү күләме 1,72 миллион тонна тәшкил итте. Уларҙа тауар һөтө (эшкәртеүгә ебәрелгән) – 715 мең тонна йәғни тулайым етештереүҙән 42 процент.

http://www.bashinform.ru/news/1124448-v-bashkirii-samoe-bolshoe-moloko-v-uchalinskom-i-aurgazinskom-rayonakh/

Теги: һөт, һауым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть