Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала урман тармағының потенциалы – йылына яҡынса 100 миллиард һум – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республикала урман тармағының потенциалы йылына яҡынса 100 миллиард һум тәшкил итә. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урман менән файҙаланыу һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә йомғаҡтары буйынса белдерҙе.

— Беҙҙең бурыс – һалым, сәнәғәт етештереү ҡарашынан урман сәнәғәте файҙаһын күтәреү, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө көнгә урман хужалығы, дөйөм алғанда, яҡынса 10-15 миллиард һум килем килтерә. Етештереү күләме йәһәтенән был һан ныҡ ҙур түгел. Урман хужалығы потенциалы – йылына 100 миллиард һум самаһы. Был Башҡортостан Республикаһы өсөн урман тармағының әһәмиәтен күтәреү ҡарашынан биш тапҡыр һәм унан күберәк үҫеш запасы.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, урман менән файҙаланыуҙы камиллаштырыу өлкәһендә һуңғы йылдарҙа күп эшләнгән.

— Урман эшкәртеү ысынында ярайһы уҡ яҡшы үҫешә. Әммә урманда ла һорауҙар бар: урмандарҙы тергеҙеү, урманды иҫәптә тотоу, урман ресурстарына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт һәм башҡалар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында әлегә барыһы ла яҡшы түгел. Үҙебеҙҙә эшләүсе урманды ҡуртымға алыусылар бер төркөм етди хата ебәрә. Улар менән бергә урманды тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡырҡҡанһың – ултырт. Урманды тергеҙеү йәһәтенән тулыһынса алмаштырыу юҡ әле.

http://www.bashinform.ru/news/1124381-potentsial-lesnoy-otrasli-respubliki-okolo-100-mlrd-rubley-v-god-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть