Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

8 мартта нисек ял итәбеҙ – Хеҙмәт министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

8 мартта рәсәйҙәр дүрт көн рәттән ял итә, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көнө булып тора.

Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән 6 ғинуарҙағы ял көнө йома, 9 мартҡа, күсерелде. Шаршамбы, 7 мартта, эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 8, 9, 10, 11 март — байрам һәм ял көндәре.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 8 марттағы ял көнө отпуск иҫәбенә индерелмәй.

http://www.bashinform.ru/news/1124369-kak-otdykhaem-na-8-marta-mintrud-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть