Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Илеш районында яңы мәҙәниәт йортонда булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Илеш районына эш сәфәре барышында «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы сиктәрендә Иҫке Күктау ауылында төҙөлгән яңы мәҙәниәт йортонда булды.

Ауыл мәҙәниәт йорто уҙған йылдың яҙында төҙөлә башланы. Проект республика ҡаҙнаһынан финансланды, уның хаҡы 28 миллион һум тәшкил итте. 600 квадрат метр майҙандағы бер ҡатлы бинала концерт, йыйылыш һәм спорт саралары үткәреү өсөн тәғәйенләнгән 300 урынлыҡ универсал тамаша залы, шулай уҡ китапхана, компьютер класы, методик кабинеттар һәм түңәрәктәр өсөн бүлмәләр урынлашҡан.

Мәҙәниәт йортон тантаналы рәүештә ғинуар аҙағында астылар. Бөгөн бында мәктәп уҡыусылары, урындағы ижади коллективтар шөғөлләнә.

Республика Башлығы универсал залды ҡараны, эшләнгән эштәрҙең сифатын баһаланы, китапханала булды, унда китап фондын тулыландырыу йышлығы, интернетта электрон мәғлүмәт ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

— Башҡортостан Республикаһы – иҡтисади йәһәттән Рәсәй Федерацияһының бик ныҡлы һәм ҡеүәтле төбәге, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ресурстарыбыҙ бар. Бөтә төбәктәрҙә бындай объекттар барлыҡҡа килмәй, ә беҙҙә улар төҙөлә. Бар ерҙә лә ошондай кимәлдә ҙур төҙөлөштәр алып барылмай, ә беҙҙә бара. Артабан да шулай буласаҡ.

Иҫке Күктау ауылында Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан мәсеттә булды.

http://www.bashinform.ru/news/1124491-rustem-khamitov-posetil-novyy-dom-kultury-v-ilishevskom-rayone/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть