Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың эшлекле әүҙемлеге индексы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың эшлекле әүҙемлеге индексы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынға сыҡты. «Терәк индексы RSBI» — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың хәлен берлектә тикшереү ул. Уны «Рәсәй терәге» һәм Промсвязьбанк менән берлектә үткәргән. Әлеге проект микро-, бәләкәй һәм урта предприятиелар сегментында бизнес-кәйефтәрҙе даимик тикшереүгә ҡайтып ҡала.  

«Терәк индексы RSBI» күрһәткесе 50 пункттан юғарыраҡ булһа, эшлекле әүҙемлектең артыуын, 50 пункттан түбәнерәк икән, эшлекле әүҙемлектең кәмеүен аңлата. Индекс МСБ компаниялары етәкселәренән һорау алыу мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән һәм квартал һайын яңыртылған иҡтисади хәлдең индикаторы булып тора.

Ошо тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан эшлекле әүҙемлек индексы күрһәткесе буйынса беренсе урынды биләй — 60,7. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 50,5. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хаҡта Рәсәй сәнәғәт форумы барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1123927-bashkortostan-na-pervom-meste-sredi-regionov-rossii-po-indeksu-delovoy-aktivnosti-malogo-i-srednego-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть