Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урман янғындарын күҙәтеү үҙәген асырға тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урман янғындарын күҙәтеү үҙәген асырға тәҡдим итте. Бөгөн, 2 мартта, Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә урмандарҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшмә булды.  

Өфө дәүләт нефть техник университетында спутниктан мәғлүмәттәр ҡабул итеү комплексы һәм суперкомпьютер менән йыһан мәғлүмәтен ҡабул итеү үҙәге бар, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. «Бында бөтә компетенциялар бар, аҙыраҡ яңыртырға ғына кәрәк. Система сафҡа индерелгәс, мәғлүмәт тиҙ арала төбәктәрҙең штабына тапшырыла башлай», — тип тәҡдим итте республика башлығы.

Төбәктә урман хужалығы хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй, авиация 4 миллиондан ашыу гектар урман фондын тикшерә (дөйөм майҙаны — 6 миллион гектар).

Ағымдағы йылда видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылған пилотһыҙ осоу аппараттары эшләй башлай. Был проект «Рәсәй йыһан системалары» корпорацияһы менән берлектә бойомға ашырыла.

Бынан тыш, йыһан технологиялары тағы бер мөһим мәсьәләне — мәғлүмәттәр базаһын яңыртыуҙы хәл итә ала. Мәҫәлән, Башҡортостанда урман фондының 80% буйынса мәғлүмәт — ун йыл элекке. «Һанлы технологиялар, йыһан һәм аэрофототөшөрөүҙе ҡулланып, урманды файҙаланыуҙың яңы алымдарын индерергә кәрәк. Мәғлүмәттәр базаһын яңыртыу федераль кимәлдә ята. Урманды файҙаланыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу буйынса пилот төбәк булараҡ сығыш яһарға әҙербеҙ. Халыҡтың тығыҙлығы ошондай эш алып барырға мөмкинлек бирә, техник мөмкинлектәр ҙә бар», — тине Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1124147-rustem-khamitov-predlozhil-sozdat-v-bashkirii-tsentr-monitoringa-lesnykh-pozharov-v-regionakh-pfo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть