Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөтә демографик процестар үҙ-ара бәйләнгән, бер-береһенә йоғонто яһай, иҡтисади үлсәмгә эйә – демограф

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хәҙерге этаптағы демографик үҫеш мәсьәләләренә һәм киләсәктә уларҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуына ҙур иғтибар бүленде. Демограф, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Яна Скрябина билдәләүенсә, Мөрәжәғәтнамәлә демография сәйәсәтенең тыуымды арттырыу өлкәһендә ғәмәлгә ашырылған сараларҙың һөҙөмтәлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Халыҡты һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу, өлкән быуынға ярҙам итеү йәһәтенән бурыстар билдәләнгән.

«Бөтә демографик процестар үҙ-ара бәйләнгән, бер-береһенә йоғонто яһай. Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнеүенсә, демография мәсьәләһенең иҡтисади үлсәме лә бар: ваҡыт үтеү менән насар демографик хәл иҡтисади үҫеште тотҡарлаған ҡеүәтле кире факторға әүерелә: тыуым кәмей, үлем осраҡтары арта, халыҡтың демографик структураһы насарая, эшкә һәләтле халыҡтың аҙайыуы хеҙмәт ресурстарын ҡыҫҡартыуға килтерә, был иһә иҡтисади үҫештең мөмкинлектәрен сикләй», — тине демограф.

Алдан билдәләнгәнсә, Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелгән дә инде. Уҙған йылда республика башлығы Рөстәм Хәмитов президенттың «Балалыҡ ун йыллығы»н тормошҡа ашырыу тураһында указы сиктәрендә 2018 йылды Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан итте. Федераль әсәлек капиталы программаһынан тыш, республикала беренсе балаһы тыуған йәш ғаиләләргә 300 мең һум аҡса ҡаралған. Хеҙмәт министрлығы Ғаилә министрлығы тип үҙгәртелде. Бынан тыш, төбәктә ярты миллиондан ашыу балалы ғаиләгә булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын миллиардтарса аҡса бүленә.

http://www.bashinform.ru/news/1123823-vse-demograficheskie-protsessy-vzaimosvyazany-vliyayut-drug-na-druga-imeyut-ekonomicheskoe-izmerenie/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть