Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Данил Лысенконы еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй спортсыһына ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Бөрө егете Данил Лысенко бина эсендә еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы.

Унда былай тиелә:

«Хөрмәтле Данил Сергеевич! Бирменгемда еңел атлетика буйынса ҡышҡы донъя чемпионатында бейеклеккә һикереүҙә алтын миҙал алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең еңеүегеҙ  – Башҡортостандың еңел атлеттары өсөн иң юғары ҡаҙаныш. Был Рәсәй спорты өсөн бик мөһим. Беҙ һеҙҙең уңыштарығыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ. Ошо миҙал юғары кимәлдәге ярыштарҙа яңы еңеүҙәргә әйҙәһен.

Һеҙгә һәм тренерығыҙ Евгений Петрович Загорулькоға ныҡлы һаулыҡ, именлек, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың спорт данын арттырыуҙа уңыштар теләйем!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 мартта бейеклеккә һикереү буйынса ярыштарҙың финалында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһаған Данил Лысенко алтын миҙал яуланы. Былтыр Бөрө спортсыһы Лондондағы донъя чемпионатында көмөш призёр булғайны.

http://www.bashinform.ru/news/1123977-rustem-khamitov-pozdravil-danila-lysenko-s-pobedoy-na-chempionate-mira-po-lyegkoy-atletike/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть