Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2018 йылдың 1 мартында ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башинформ» агентлығына Федераль интеллектуаль милек хеҙмәтенән патент алыуҙары хаында хәбәр итте.

«Башланғыстың авторы — танылған ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, ул саҡтағы Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡолов. 2014 йылдан башлап республиканың Мәҙәниәт министрлығы ошо йүнәлештә ҙур эш алып барҙы. Башҡортостан республикабыҙҙың символына әүерелгән милли уйын ҡоралының килеп сыҡҡан урыны тип аталды, атап әйткәндә, патентта Өфө һәм Күмертау ҡалалары телгә алына (бөтә документтарҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең филиалы әҙерләгәйне). Ҡурайҙың башҡорт ерендә килеп сыҡҡанын раҫлаған байтаҡ архив материалдары тупланды», — тине министр.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова патент алыу тураһында яңылыҡты Федерация субъекттарында традицион тауарҙарҙы — «төбәк брендтарын» асыҡлау һәм уларҙы теркәү буйынса эште ойоштороу мәсьәләләре буйынса тематик осрашыуҙа иғлан итте. Сара Бөтә Рәсәй патент-техник китапханаһында уҙҙы һәм 250-нән ашыу ҡатнашыусыны, шул иҫәптән 40-тан күберәк төбәк вәкилдәрен йыйҙы.

«Беҙҙең осрашыу сенаторҙарға һәм төбәктәргә артабан да ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Шуға бәйле Федераль интеллектуаль милек хеҙмәтенең рәсми сайтында тауар килеп сыҡҡан урындың исемен хоҡуҡи яҡлауҙың актуаль мәсьәләләренә арналған махсус портал булдырылған», — тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова.

Сенатор үҙ сығышында төбәктәрҙең географик урынға һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларға бәйле үҙенсәлекле тауарҙары йәһәтенән юғары потенциалға эйә булыуҙарын билдәләне. Улар араһында «Башҡорт балы», «Хохлома», «Тула перәниге» бар.

Фекер алышыуҙа Федерация Советы ағзалары, Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте етәксеһе Григорий Ивлиев, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре, илебеҙҙең традицион тауарҙарын етештереүселәр ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1123727-kuray-zaregistrirovali-v-kachestve-territorialnogo-brenda-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть