Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Леонид Рошаль республиканың ФАП-тар индереү тәжрибәһен билдәләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Леонид Рошаль Башҡортостанға килде. Рәсәй Милли медицина палатаһы ойоштороусыһы һәм президенты, күренекле Совет һәм Рәсәй педиатры һәм хирургы, «Донъялағы балалар докторы» Леонид Рошаль «Рәсәй-24. Башҡортостан» телеканалына интервью бирҙе. Ул республикала тормош кимәле күрһәткестәренең күтәрелеүен билдәләне.

«Һуңғы тапҡыр бында 2012 йылда булдым. Республика үҙгәргән, әлбиттә, Өфө тағы ла матурайған», — тине Леонид Рошаль.

Профессор Башҡортостан райондарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын индереү буйынса ыңғай тәжрибәне билдәләне. Уның фекеренсә, был Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн яҡшы өлгө булып тора ала.

10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районына эш сәфәре барышында Башҡортостандың бөтә райондарында ла модулле ФАП-тар ҡуйыу бурысын билдәләне.

Интервьюны тулыһынса бөгөн, 2 мартта, киске 8 тула 20 минутта «Рәсәй-24. Башҡортостан» каналында ҡарағыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1123961-leonid-roshal-otmetil-opyt-bashkirii-po-vnedreniyu-fapov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть