Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты туғыҙ кеше һәләк булған юл фажиғәһенең төп сәбәбен атаны

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

М-5 «Урал» трассаһында туғыҙ кешенең ғүмерен өҙгән аварияға таҙартылмаған юл сәбәпсе. «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «MAN» йөк машинаһы, тағылмаһы тайып, юлдан ситкә төшөп китә.

«Автомобиль юлдарын таҙартыу эштәрен тейешенсә башҡармау һөҙөмтәһендә Усть-Ҡатауға китеп барған «Мерседес-Бенц» микроавтобусы һәләкәткә осрай», — тип асыҡлыҡ индерҙе тәфтишселәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, микроавтобустағы һигеҙ пассажир һәм водитель авария урынында һәләк булды, дүртәүһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ята. «Граждандарҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү арҡаһында ике һәм унан күберәк кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса тағы бер енәйәт эше асылған. Йөк машинаһы водителе әле һаҡ аҫтында. Тәфтишселәр шулай уҡ Башҡортостандың Иглин районы Оло Тәләк ауылы эргәһендәге федераль трассаны хеҙмәтләндергән ойошманы документтарһыҙ ҡалдырған һәм хеҙмәткәрҙәренән һорау алған.

http://www.bashinform.ru/news/1123958-sledstvennyy-komitet-bashkirii-nazval-tochnuyu-prichinu-dtp-s-devyatyu-pogibshimi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть