Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Ольга Панчихина Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина эш сәфәре менән Мәскәүҙә. 1 мартта ул Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы палаталарының берлектәге ултырышында ҡатнашты.

Ултырыш барышында ил Президенты Владимир Путин илдәге хәл, эске һәм  тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре хаҡында Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

«Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәнең беренсе яртыһында кеше ресурстарын үҫтереүгә, йәмғиәттең потенциаль мөмкинлектәренә, стратегик инновацияларға һәм стартаптарға булышлыҡ итеүгә баҫым яһалды. Һис шикһеҙ, халыҡҡа, тәү сиратта балалы ғаиләләргә, шулай уҡ һәләтле балаларға ярҙам саралары хаҡында иғлан итеү ҙур әһәмиәткә булды, сөнки бөгөн демография сәйәсәтен «үҙгәртеү» тураһында һүҙ бара. Эште көсәйтеү талап ителгән проблемалы мәлдәр, атап әйткәндә, граждандарҙың карьера ынтылыштарын сифатлы һәм һөҙөмтәле тәьмин итеү асыҡтан-асыҡ күрһәтелде. Владимир Путин граждандарға ҡарата төрлө башбаштаҡлыҡ күренештәрен ентеклерәк тикшереүҙең әһәмиәтен билдәләне. Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә Рәсәй дәүләтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленде», — тине Ольга Панчихина.

Илдең яңы тарихында Мөрәжәғәтнамә иҫәп буйынса 24-се һәм Владимир Путин өсөн 14-се булды.

http://www.bashinform.ru/news/1123635-olga-panchikhina-prokommentirovala-poslanie-putina-federalnomu-sobraniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть