Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе – яңы хөкүмәт өсөн программа документы – Лилиә Ғүмәрова

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе, бер яҡтан, айырым хис-тойғолар менән айырылып торҙо, икенсе яҡтан – маҡсатлы күрһәткестәр һәм бурыстар ентекләп билдәләгән программа документы булып килеп баҫты, тип билдәләне Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова.

«Мөрәжәғәтнамә төрлө тормош өлкәләрендә – ул булһынмы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, эшҡыуарлыҡҡа, аграрийҙарға булышлыҡ итеү – һәр кеше именлеген ҡайғыртыу һәм һуғарылған. Тормош сифатын яҡшыртыу өсөн йөкләмәләр менән уратып алынмаған бер йүнәлеш тә ҡалмағандыр ул. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауҙа оптималләштереү процесы уйлап, нигеҙле рәүештә эшләнергә тейеш.

Дәүләт башлығы өлгәшелергә тейеш маҡсатлы күрһәткестәрҙе, индикаторҙарҙы, финанслау күләмен, процентта үҫеште билдәләне. Мөрәжәғәтнамә шундай аныҡ нигеҙҙәр менән байытылған, асылда иһә, яңы хөкүмәт өсөн программа документы ул», — тип иҫәпләй сенатор.

«Мөржәғәтнамәләге илдең милли именлеге, оборона һәләте һорауҙарына ҡағылған өлөшө ҙур иғтибар һәм күтәренке рух менән ҡабул ителде. Был көс күрһәтеү түгел, был халыҡ-ара хәлде үҙгәртеп маташыуға, халыҡ-ара килешеүҙәрҙе боҙорға тырышыуға аңлы яуап булды. Илдең баш командующийы беҙҙең яуап бик тиҙ, төплө һәм берҙәй булырын асыҡ итеп аңлатты. Беҙ башҡа илдәрҙе яулап алырға, уларҙың суверенитетына баҫып инергә, үҙебеҙҙең ҡағиҙәләрҙе көсләп тағырға теләмәйбеҙ. Хәрби өлкәләге бөтә өр-яңы асыштар тотороҡлоҡто һаҡлауға, Рәсәйҙең милли мәнғфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Быйылғы Мөржәғәтнамәне Рәсәй халҡына ғына түгел, донъя берләшмәһенә лә мөрәжәғәт ителгән тип атарға мөмкин. Халыҡ-ара сараларға сығып, беҙ йыш ҡына Рәсәйгә донъяла тотороҡлоҡ гаранты сифатында ҡарағандарын күрәбеҙ. Һәм ошо көстәргә Рәсәйҙең элеккесә бөтөн донъяла тыныслыҡты һаҡлау нигеҙендә ҡалыуы, әммә хәрби һәләтен дә юғалтмауы оран булып яңғыраны. Беҙ үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы ла яҡларға әҙер көслө дәүләт булып ҡалабыҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент», — тип комментарий бирҙе Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

http://www.bashinform.ru/news/1123601-poslanie-putina-programmnyy-dokument-dlya-novogo-pravitelstva-liliya-gumerova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть