Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Швеция легионеры Линус Умарк «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән яңы килешеү төҙөнө

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының швед һөжүм итеүсеһе Линус Умарк менән оҙайлы һөйләшеүҙәр яңы килешеүгә килтерҙе. Форвард Өфө командаһы менән 2020 йылдың 30 апреленә тиклем хеҙмәт килешеүен оҙайтты.

Умарк 2015 йылда Башҡортостан командаһы менән килешеү төҙөгәндән һуң, көйәрмәндәр араһында «ерән һаҡалтай» тигән ҡушамат алды. Швеция һөжүм итеүсеһе өс миҙгел рәттән «юлаевсыларҙың» иң яҡшы бомбардиры исемен яуланы.

«Әлеге ваҡытта Линустың иҫәбендә 54 уйында 52 (16+32) мәрәй. Хәҙер Умарк Континенталь хоккей лигаһында бишенсе һөжүм итеүсе һәм икенсе ассистент булып тора. Олимпиадала «юлаевсыларҙың» һөжүм итеүсеһе Швеция йыйылмаһының иң яҡшы бомбардиры һәм турнирҙың икенсе ассистенты булды», — тип хәтергә төшөрҙөләр «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтендә.

Линус Умарктың шәхси иҫәбендә Рәсәй чемпионаты «бронзаһы» бар. Уны ул «йәшел машина» составында яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1123471-shvedskiy-legioner-linus-umark-podpisal-novyy-kontrakt-s-khk-salavat-yulaev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть