Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов: Владимир Путиндың бөгөнгө Мөрәжәғәтнәмәһе илдең алдағы йылдарға аныҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса журналистарға, Владимир Путиндың сығышы илдең алдағы йылдарға аныҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне, тип белдерҙе.

«Президент власть, бизнес, йәмғиәт иғтибар итергә тейешле аныҡ йүнәлештәрҙе атаны. Тәү сиратта – илебеҙгә хәүеф менән янаған технологик артта ҡалыуҙы еңеп сығыу, — тип билдәләне республика башлығы. — Бынан тыш, Мөрәжәғәтнамәлә йәмғиәткә, халыҡҡа бөтә йүнәлештәр буйынса, һәр яҡлап булышлыҡ итеү темаһы асыҡ яңғыраны. Шуны билдәләп үтке килә: Башҡортостанда Владимир Путин әйткән күп аспекттар буйынса эш тулы ҡеүәттә бара. Атап әйткәндә, был демография, балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла. Республикабыҙҙа федераль ярҙам сараларын тулыландырған бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм өҫтәмә льготалар бар. Бынан тыш, былтыр Ғаилә министрлығы ойошторолдо, ул ғаилә сәйәсәте мәсьәләләре менән шөғөлләнеү маҡсатын ҡуя. Һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыу йәһәтенән түбәндәгене әйтә алам. Беҙ ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыу өсөн модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен булдырыу буйынса программаны башланыҡ. Республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең заманса стандарттарын индереү буйынса «Һаҡсыл поликлиника» проектына ҡушылды. Өфөлә онкодиспансерҙың яңы корпусы төҙөлә башланы, киләсәктә кардиодиспансерҙы яңыртырға ниәтләйбеҙ».

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә уңайлы ҡала мөхитен, һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәктәрен булдырыуға, һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә айырыуса иғтибар йүнәлтте.

«Барлыҡ ошо йүнәлештәр буйынса республикала яҡшы һөҙөмтәләр бар, шул иҫәптән балалар һәм студенттар өсөн технопарктар, кванториумдар ойоштороу йәһәтенән. Һөнәри белем биреү өлкәһендә беҙ «Алтын ҡулдар» тигән ҡыҙыҡлы программаны ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа уҡыусылар WorldSkills («Йәш профессионалдар») хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Мөрәжәғәтнамәнең Рәсәйҙең оборона ҡеүәтен нығытыуға арналған икенсе, иң мөһим өлөшө хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Был эштә Башҡортостан мөһим роль уйнай. Республика биләмәһендә урынлашҡан оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары, шул иҫәптән Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе яңы ҡоралдар әҙерләүгә, технологияларҙы камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә. Шуны ла әйтергә кәрәк: махсус эштәрҙе башҡарған күп кенә самолеттар Башҡортостандың баш ҡалаһында сығарылған двигателдәрҙә оса», — тине Башҡортостан башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1123625-glava-respubliki-bash-ortostan-rustem-khamitov-segodnyashnee-poslanie-vladimira-putina-oboznachilo-ch/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть