Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнөндә республикабыҙҙың иң яҡшы ғаиләләре бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Ғаилә – тел һаҡсыһы» фестиваленең гала-концерты үтте. Сара Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мәхәббәт һәм тоғролоҡ символы» республика башҡорт байрамы сиктәрендә булды.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында гала-концертта конкурсҡа йомғаҡ яһанылар һәм бөтә республиканан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 10 иң яҡшы ғаиләне бүләкләнеләр.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Сәләмләү телеграммаһында республика башлығы: туған телде, йолаларҙы, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа, ысын илһөйәрҙәр, рухи яҡтан бай кешеләр тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.

Конкурс финалына сыҡҡан һәр ғаилә үҙ һәләттәрен күрһәтте һәм төрлө номинацияларҙа дипломдар һәм бүләктәр менән наградланды. Бүләктәрҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре тапшырҙы. Байрамда башҡорт эстрадаһының күренекле артистары, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1123767-v-ufe-v-den-bashkirskoy-semi-nagradili-luchshie-semi-so-vsey-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть