Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин: «Халыҡтың именлеген, Рәсәй ғаиләһендәге етешлекте төп үҫеш факторы тип иҫәпләйем»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда илдең үҫеш өҫтөнлөктәрен билдәләне.

«Беҙ нимәгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ? Ҡабатлайым: халыҡтың именлеген, Рәсәй ғаиләһендәге етешлекте төп үҫеш факторы тип иҫәпләйем», — тине дәүләт башлығы.

2000 йылда 42 миллион кеше, ил халҡының 30-29 процент самаһы бөлгөнлөк сигендә ине, тип иҫкә төшөрҙө Владимир Путин. 2012 йылда ошо кимәлде 10 процентҡа тиклем кәметә алдыҡ. Иҡтисади көрсөк эҙемтәләре арҡаһында ярлылар йәнә артты. Бөгөн 20 миллион кеше шундай хәлдә. Әлбиттә, был 2000 йылдарҙағы кеүек 42 миллион түгел, ләкин ярайһы уҡ күп кенә. Ҡайһы бер эшләгән кешеләр ҙә уртаса йәшәй.

«Беҙ яңы тарихта тәүге тапҡыр минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына тиңләштерә алдыҡ. Ошо норма 2018 йылдың 1 майынан ғәмәлгә индерелә, был дүрт миллионға яҡын кешенең килемендә сағылыш табырға тейеш, — тине Владимир Путин. — Был мөһим аҙым, әммә проблеманы фундаменталь хәл итеү түгел. Беҙгә мәшғүллек структураһын яңыртырға, халыҡты һәйбәт эш менән тәьмин итергә, заманса, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары булдырырға кәрәк».

Ил Президенты алдағы ун йыллыҡҡа граждандарҙың реаль килемен арттырыу, ә алты йыл эсендә кәм тигәндә ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡуйҙы.

«Социаль ярҙам системаһын ғәҙеллек һәм адреслылыҡ принциптарына таянып төҙөү зарур. Ошо хаҡта күп һөйләйбеҙ, ләкин быны башҡарып сығырға кәрәк. Уны мохтаж кешеләр, ғаиләләр алырға тейеш», — тине дәүләт башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1123421-vladimir-putin-klyuchevym-faktorom-razvitiya-schitayu-blagopoluchie-lyudey-dostatok-v-rossiyskikh-se/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть