Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортының эске терминалын реконструкциялауға 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәҡлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Өфө» аэропортының эске терминалын реконструкциялауҙың беренсе этабына 2 миллиард 72 миллион һум тотоноу күҙаллана. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һатып алыуҙар сайтында контракттың ошондай суммаһын күрһәтте. Шуның иҫәбенә һауа ҡапҡаларының үткәреү һәләте сәғәтенә 600 кешенән 1,2 меңгә тиклем артыр тип көтөлә.

Баҫылып сыҡҡан документтарға ярашлы, төҙөкләндереүгә аҡса — аэропорттың үҙенең аҡсаһынан, 500 миллион һум республика бюджетынан бүленә. Эштәрҙе 2019 йылдың декабрендә тамамлау ҡаралған.

Дәүләт Йыйылышы ултырышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылдың икенсе кварталында Өфө аэропортының 1-се терминалын төҙөкләндерә башлауҙары тураһында белдергәйне. Был Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған саралар иҫәбенә инә.

http://www.bashinform.ru/news/1123177-na-remont-vnutrennego-terminala-aeroporta-ufa-vydelyat-bolee-2-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть