Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәй Фәндәр академияһының төбәк вәкиллеге асылыуы ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда Рәсәй Фәндәр академияһының үҙ вәкиллеге асылыуы мөмкин. Был турала академия президенты Александр Сергеев белдерҙе, тип яҙа ТАСС.

«Ҡайһы бер төбәктәр Рәсәй Фәндәр академияһы вәкиллектәрен асыуҙы һорай. Беҙ ошондай өс-биш вәкиллек ойошторорға тейешбеҙ. Алтай крайынан, Башҡортостандан, Яҡутстандан һәм тағы бер нисә төбәктән ғаризалар бар. Быны кампанияға әйләндерергә теләмәҫ инек, беҙгә бер нисә ыңғай миҫал кәрәк», — тип Александр Сергеевтың һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты төбәк вәкиллектәре Федераль ғилми ойошмалар агентлығының эшен ҡабатламаҫ тип ышана.

«Был — бизнес менән мөнәсәбәттәр. Беҙ фәндәр академияһы фәнебеҙҙе иҡтисадтың етештереүсе көсөнә әүерелдереү эшендә роль уйнаһын ине, тигән теләктәбеҙ», — тип билдәләне академия президенты.

http://www.bashinform.ru/news/1123058-regionalnoe-predstavitelstvo-ran-mozhet-poyavitsya-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть