Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүсе Рәсәй Президентынан үҙенең инвалид улын торлаҡ менән тәьмин итеүен һораны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Паньшин граждандарҙы ҡабул итте, уның барышында Башҡортостанда йәшәүселәрҙtң мөрәжәғәттәре ҡаралды. Сарала баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, төбәк башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Баш федераль инспектор аппаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда йәшәгән ҡатын Президенттың ҡабул итеү бүлмәһенә үҙенең улын, II төркөм инвалидын, сираттан тыш торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин белдереүенсә, 2018 йылға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың ошо категориялары өсөн республика ҡаҙнаһында 38 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Әлеге сумма 30-ға яҡын фатир һатып алырға мөмкинлек бирә, уларҙың береһе мөрәжәғәт иткән ҡатындың улына тапшырыла.

Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Игорь Паньшин Өфө етәкселегенә ғариза биреүсегә 2018 йылда социаль найм килешеү буйынса торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтергә, баш федераль инспекторға ошо мәсьәләне хәл итеүҙе контролгә алырға һәм башҡарылған эш хаҡында еткерергә ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1123092-zhitelnitsa-bashkirii-poprosila-prezidenta-rossii-obespechit-ee-syna-invalida-zhilem-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть