Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнән Әрмәнстанға тура рейстар асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Йәй көнө «Һарытау һауа юлдары» компанияһы Өфөнән Ереванға тура рейстар аса. Билеттар һатыла башлаған да инде.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Әрмәнстанға беренсе рейс шәмбе, 9 июндә, юллана. Осош киске сәғәт 11 тула 15 минутҡа билдәләнгән. Юлдағы ваҡыт — 3 сәғәт 20 минут. «Звартноц» аэропортынан самолет йәкшәмбе көндәрендә киске сәғәт 6 тула 10 минутта күтәрелә. Осоштар Ан-148 самолетында башҡарыла.

Ике яҡҡа билет пассажирҙарға яҡынса 18 мең һумға төшә.

http://www.bashinform.ru/news/1123033-iz-ufy-otkryvayutsya-pryamye-reysy-v-armeniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть