Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Яҙҙың беренсе көнөндә һауа торошо республикала йәшәүселәргә көтөлмәгән бүләк яһаны

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Метеорология хеҙмәттәре хәбәр иткәнсә, март миҙгелгә хас булмаған һалҡындар менән башланды. Уҙған төндә республиканың төрлө райондарында һауа температураһы 30 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Социаль селтәрҙә ҡулланыусылар яҙыуынса, төбәктә температура -27, -40 градусҡа еткән. Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа термометр -42 градус күрһәткән.

«Тышта яңы ҡыш башланып торған кеүек! » — тип яҙа улар.

Бөгөн иртән Башгидромет метеостанцияларында: Белоретта — 35 градус, Архангел районында — 34, Учалыла — 29, Туймазыла — 33, Яңауылда — 28, Асҡында — 30, Ямашта — 36 градус һыуыҡ теркәлгән.

Аномаль һалҡындарҙы һыуыҡ антициклон килтергән, тип аңлата синоптиктар. Волга буйы федераль округы биләмәһендә температура климат нормаһынан 7-13 градусҡа түбәнәйгән. Белгестәр фаразынса, һалҡындар сигенергә ашыҡмай.

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем көндәрҙең һалҡын, ләкин ҡояшлы һәм ҡоро тороуы күҙаллана. Йома, 2 мартта, төндә -24, көндөҙ -9 градус булыуы көтөлә. Ял көндәрендә аҙыраҡ йылыта: төндә -18, -22, көндөҙ -8, -9 градус. Киләһе аҙнаның башында көндәр йылына.

http://www.bashinform.ru/news/1123123-v-pervyy-den-vesny-pogoda-prepodnesla-moroznyy-syurpriz-zhitelyam-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть