Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» спектаклдәргә билеттар уйната

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» Бәләкәй ҡалалар театрҙары фестивале сиктәрендә Өфөлә барған спектаклдәргә саҡырыу билеттары уйната. Унда социаль селтәрҙә партияның төбәк бүлексәһенә яҙылып ҡатнашырға мөмкин.

Фестиваль 5 мартҡа тиклем үтә. Үҙ спектаклдәрен башҡорт, рус һәм татар телдәрендә Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Сибай драма театрҙары, шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры күрһәтә. Улар «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театрҙар — балаларға» партия проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән.

Уйындың тәүге еңеүселәре уҙған көндә билдәле булды, улар Өфөнөн – Диана Харунова һәм Рената Гашкромова.

Еңеүселәр Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының Н.В. Гоголдең пьесаһы буйынса «Өйләнеү» ғәҙәти булмаған һәм заманса постановкаһына саҡырыу алды.

http://www.bashinform.ru/news/1123202-v-bashkirii-edinaya-rossiya-razygryvaet-bilety-na-spektakli/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть