Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға 1,3 миллиард һум ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға Башҡортостан 1,3 миллиард һумдан ашыу ала. Аҡса ике айҙан өс йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын булыу кимәлен күтәреү өсөн «Мәғарифты үҫтереү» федераль дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә. Беренсе транш төбәк ҡаҙнаһына быйыл уҡ күсә, икенсеһе – 2019 йылда. Ил субъекттарына дөйөм бюджет-ара трансферттар күләме 49 миллиард һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.

Документты балалар мәнфәғәтендә Милли ғәмәлдәр стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй президенты Владимир Путиндың йөкләмәһен үтәү маҡсатында Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы әҙерләгән. Дәүләт башлығының йөкләмәһенә ярашлы, 2021 йылға ике айҙан өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында етерлек урындар булдырыуға ирешеү маҡсатында мәктәпкәсә учреждениеларҙа (яслеләрҙә һәм ясле төркөмдәрендә) өҫтәмә урындар булдырыу күҙаллана.

Трансферттар биреү шарттары – өҫтәмә урындар булдырыу буйынса төбәк программаһы, шулай уҡ төбәк бюджетта тейешле сығым йөкләмәләрен үтәүгә ассигнованиелар булыу.

Теге йәки был төбәккә бюджет трансферты күләме яслеләрҙә урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан өс йәшкәсә балалар һанынан, шулай уҡ балаға өс йәш тулғанға тиклем уны ҡарау буйынса ялда булыу осоро хаҡында страховкаланған кешеләр иҫәбе мәғлүмәттәренән сығып иҫәпләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1123152-bashkiriya-poluchit-bolee-1-3-mln-rubley-na-sozdanie-dopolnitelnykh-mest-v-detskikh-sadakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть