Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Урал аръяғында юғары табышлы культуралар менән эште тикшерҙеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Урал аръяғы аграрийҙары алдағы сәсеү кампанияһын тикшерҙе. Уларға Силәбе өлкәһенән коллегалары ҡушылды. «2018 йылда табышлы культуралар» семинарын бөтәһе 60-тан ашыу предприятие һәм фермер хужалығы вәкилдәре тыңланы. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре юғары килемле техник (мал аҙығы һәм майлы) культураларҙы үҫтереү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Былтырғы һөҙөмтәләр ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе сәсеүлек майҙандары структураһын ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итә, тип хәбәр иттеләр ведомствола: көҙгөһөн рекордлы иген уңышы йыйып алынды, әммә уға хаҡтар үҙ хаҡына тиерлек төштө.

Тармаҡтың килемлелеген күтәреү өсөн яҙғыһын рапс, гәрсис, шипкән, етен сәсеүлектәре 2017 йылғы кимәлгә ҡарата 10 процентҡа арттырыласаҡ. Ҡуҙаҡлы культуралар (борсаҡ, әсе борсаҡ, соя һәм ноҡот борсағы) өлөшө 21 процентҡа күтәреләсәк. Ужым бөртөклө культуралар сәсеүлектәре яҡынса ике тапҡырға – 40 процентҡа артасаҡ, яҙғы культуралар 7 процентҡа аҙыраҡ буласаҡ.

«Юғары килемле культуралар эске һәм тышҡы баҙарҙа ла һорау менән ҡуллана. Уларға хаҡтар төшһә, уңышты малсылыҡҡа йүнәлтербеҙ һәм һөт, ит аша һөҙөмтә алырбыҙ. Ниһәйәт, ҡуҙаҡлылар тупраҡтың торошона ыңғай йоғонто яһай», — тине июнь айында «Башинформ» агентлығында уҙған брифингта ауыл хужалығы министры һәм Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахманов.

http://www.bashinform.ru/news/1122936-v-zaurale-obsudili-rabotu-s-vysokodokhodnymi-kulturami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть