Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың «Ер сәғәте» акцияһына ҡушылыуы һорала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

24 мартта киске 9-сы яртынан 10-сы яртыға тиклем донъяла бер сәғәткә утты һәм төп архитектура ҡомартҡыларын яҡтыртыу ҡоролмаларын һүндереп торалар. Донъялағы «Ер сәғәте» тигән иң ҙур экологик акцияны Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм Мәскәү Хөкүмәте ярҙамында илдең Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды ойоштора. Ул планетаның киләсәгенә вайымлылыҡ билдәһенә барыһын да бер сәғәткә утты һәм көнкүреш электр приборҙарын һүндереп торорға өндәй.

Сара тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән һаҡсыл файҙаланыу мәсьәләләренә иғтибар итеү маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Акция көндәлек экологик мәҙәниәтте булдырыуға һәм тәбиғи ресурстарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт ҡиммәттәрен пропагандалауға йүнәлтелгән, тип билдәләне Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской.

http://www.bashinform.ru/news/1122921-bashkiriyu-prosyat-podderzhat-ekoprosvetitelskuyu-aktsiyu-chas-zemli/

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть