Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубаревҡа «Дуҫлыҡ Ордены»н тапшырҙылар

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Шаршамбы, 28 февралдә, Кремлдә тантаналы шарттарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Пхёнчхандағы XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Уйындарҙа алтын миҙал яулаусы Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев дәүләт башлығынан «Дуҫлыҡ Ордены»н алды.

«Миллионлаған Рәсәй көйәрмәне өсөн хоккейҙағы еңеүебеҙ ҙә, һис шикһеҙ, ҙур бүләк булды. Ысынында иһә, милли боҙ дружинаһы беҙҙе, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бер аҙ тулҡанлындарҙы, әммә шулай ҙа көс туплап, күптән көтөлгән Олимпия миҙалын алды», — тине Владимир Путин.

Башҡортостандың «Салауат Юлаев» командаһынан сыҡҡан Андрей Зубарев шулай уҡ 4 миллион һум һәм BMW X6 автомобиле менән бүләкләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратовҡа Олимпия «бронзаһы» өсөн Владимир Путин икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалын тапшырҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1123051-vospitanniku-ufimskogo-khokkeya-andreyu-zubarevu-vruchili-orden-druzhby/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть