Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала мәғрифәтсе, уҡытыусы, яҙыусы Кәбир Туйкинды иҫкә аласаҡтар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Кесе йома, 1 мартта, Башҡортостандың Яҙыусылар союзында уҙған йылда сыҡҡан «Кабир Туйкин и его наследие» китабының исем туйы үтә. Уның авторы – яҙыусының ейәнсәре Раилә Туйкина.

Кәбир Туйкин – ХХ быуатта башҡорт һәм татар мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын ҡалдырған мәғрифәтсе, күренекле уҡытыусы, яҙыусы. Был үҙ заманы өсөн танылған кеше Сталин репрессиялары ҡорбаны була – 1938 йылдың февралендә ялған ғәйепләү буйынса атып үлтерелә, һуңынан кире аҡлана.

Китаптың авторы тотош академия институтын тикшереү менән тиң ғәйәт ҙур эш башҡарған. Биш йыл дауамында ул архивтарҙа эшләгән, олатаһының башҡортса һәм татарса әҫәрҙәрен, уның шиғырҙарын һәм хикәйәләрен үҙе рус теленә тәржемә иткән. Күп кенә материалдар тәүгә донъя күрҙе.

Сара Кәбир Туйкиндың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған.

Осрашыу Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса үтә.

Инеү ирекле. Башлана көндөҙгө сәғәт 3-тә.

http://www.bashinform.ru/news/1122948-v-ufe-budut-vspominat-prosvetitelya-pedagoga-pisatelya-kabira-tuykina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть