Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Рәсәй Президенты Семен Елистратовҡа «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалын тапшырҙы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

28 февралдә Владимир Путин Кремлдә Пхёнчхандағы Олимпия уйындарында еңеүселәр һәм призерҙар менән осрашты һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Рәсәй президенты менән осрашыуға саҡырылғандар араһында шорт-тректа 1500 метр арауыҡта «бронза» яулаған, Рәсәйҙән олимпия атлеттары командаһына беренсе миҙал бүләк иткән Семен Елистратов та булды. Уға дәүләт башлығы икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалын тапшырҙы.

«Олимпиадаға барырғамы-юҡмы тигән һорау килеп тыуғас һеҙ, Владимир Владимирович, беренсе булып, барабыҙ, тинегеҙ! Ярҙамығыҙ, ышанысығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Артыбыҙҙа күп кешеләр тора – ул ата-әсәләр, бик шәп хәләл ефеттәре, тормош иптәштәре, ғаиләләр, дуҫтар һәм көйәрмәндәр. Һәм, әлбиттә, тренерҙарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ – уларһыҙ беҙ бөгөн бында тормаҫ инек. Беҙ атҡарып сыға алдыҡ, бирешеп ҡалманыҡ. Минең ҡарашҡа, илебеҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаныҡ. Хоҙай насип итеп, дүрт йылдан йәнә ошонда осрашырға яҙһын», — тине Семен Елистратов.

Дәүләт наградаһынан тыш, Өфө шорт-трексыһына 1 миллион 700 мең һум аҡса һәм BMW X4 автомобиле бирелә. Тыуған республикаһынан ул 500 мең һум аласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1123041-prezident-rossii-vruchil-semenu-elistratovu-medal-ordena-za-zaslugi-pered-otechestvom-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть