Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә кесе эшҡыуарлыҡ өсөн микрозаймдар буйынса ставка төшөрөлдө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 1 марттан «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы микрозаймдар буйынса ставкаларҙы түбәндәге кимәлдәргә тиклем кәметә:

Йылына 7,5% — эске туризм, социаль эшҡыуарлыҡ һәм эшкәртеүсе производство өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән моноҡалаларҙағы кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн;

Йылына 9%  — ауыл хужалығы өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн.

Эшҡыуарлыҡ микрозаймдары буйынса процент ставкаһын кәметеү йүнәлеше былтыр Рәсәй банкының аҡса-кредит сәйәсәте һәм Кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса дәүләт комитетының системалы саралары барышында барлыҡҡа килде, тип билдәләнеләр ведомствола.

Республикала кесе эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында ағымдағы йылда «Башҡортостан микрокредит компанияһы»на эшҡыуарҙарҙы финанслау күләмен арттырыу өсөн федераль бюджеттан 51,8 миллион һум аҡса биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Дөйөм алғанда, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының 2018 йылға кесе эшҡыуарлыҡты микрофинанслау программаһы буйынса билдәләгән аҙаҡҡы процент ставкаһы Рәсәй банкы ставкаһының ике тапҡырлыҡ дәүмәленән артмай (әле 7,5% тәшкил итә).

http://www.bashinform.ru/news/1122651-v-bashkirii-snizili-stavki-po-mikrozaymam-dlya-malogo-biznesa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть