Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә ике предприятие Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан үҫеш өсөн 15 миллионлыҡ гранттар алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Инновацияларға булышлыҡ итеү федераль фонды дирекцияһы «Коммерциялаштырыу» программаһы буйынса сираттағы алтынсы конкурс һайлауҙың һөҙөмтәләрен раҫланы.

Конкурс сиктәрендә 2017 йылдың 10 ноябренән 25 декабренә тиклемге осорҙа бирелгән ғаризалар ҡаралған. Конкурсҡа Рәсәйҙең 46 төбәгенән йәмғеһе 282 ғариза килгән, уларҙың икәүһе рәсми билдәләр буйынса кире ҡағылған.

Финанслауға 55 ғариза кәңәш ителгән. Башҡортостандың Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн төбәк инжиниринг үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, улар араһында Башҡортостандан ике предприятие бар. Ул – нефть-газ сәнәғәте өсөн вертикаль күп баҫҡыслы насостар нигеҙендә «АММА» блок-модулле насос станциялары серияһын етештереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнеүсе «АММА» ғилми-етештереү предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шулай уҡ нефть һәм газ скважиналарының эргә-тирә колонналарын цементлау өсөн заманса техник саралар комплексы серияларын етештереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнеүсе «АРТ-Оснастка» акционерҙар йәмғиәте. Улар икәүһе лә үҫеш өсөн гранттар алды – һәр ҡайһыһына 15-шәр миллион һум бүленде.

2018 йылдың аҙағына саҡлы фондтың өҫтәмә финанс саралары килеп сыҡҡанда финаслауға 12 ғариза кәңәш ителгән.

Конкурста еңеүселәрҙең исемлеге менән Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды сайтында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1122577-dva-predpriyatiya-iz-bashkirii-poluchili-15-millionnye-granty-na-razvitie-ot-fonda-sodeystviya-innov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть