Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә төбәк-ара башҡарыусылар конкурсы үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсын үткәреү күҙаллана. Конкурстың исемендә – йырсының популяр йырҙарының береһе.

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы иҫтәлегенә конкурс проектын йырсының бер туған һеңлеһе, Тәтешле районында йәшәүсе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Ул 30 майҙа – легендар йырсының тыуған көнөндә Хәниә Фәрхиҙең Хәтер кисәһен үткәрергә күҙаллай.

Ойоштороусы һүҙҙәренсә, Татар дәүләт филармонияһында күҙалланған сарала эстрада йондоҙҙары Салауат Фәтхетдинов һәм Радик Юльяҡшин ҡатнашырға вәғәҙәләй.

Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә 57 йәшендә тыуған төйәгендә Тәтешле районында бик иртә китеп барҙы, ул Ҡазанда ерләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1121493-v-bashkirii-proydet-mezhregionalnyy-konkurs-ispolniteley-pamyati-khanii-farkhi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть