Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһында «Башҡортостан 100» вики-марафонының сираттағы этабына старт бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре «Башҡортостан 100» интеллектуаль конкурсының сираттағы этабы башланыуы хаҡында иғлан итте.

«Беҙ реаль эштәр башҡарабыҙ. Кисә «Башҡортостан 100» халыҡ-ара супер-викиконкурсының дүртенсе этабы башланды. Социаль селтәрҙә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре һәм дуҫтарыбыҙ «туған телеңдә бер мәҡәлә» акцияһын әүҙем күтәреп алды. Кисә ҡатнашыусылар һаны — 14, мәҡәләләр 15 ине. Берәүһе — украин, өсәүһе азербайжан телендә. Рәхмәт, дуҫтар!» — тип хәбәр итә Facebook селтәрендәге сәхифәһендә танылған журналист һәм Башҡорт Википедияһының әүҙем ирекмәне Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова.

«Был — ысын мәғәнәһендә халыҡ-ара конкурс. Бынан алдағы этаптарҙа, башҡорт ирекмәндәре менән бергә, бүрәт, украин, лезгин, эрзян, белорус, азербайжан, грузин, мари, рус, әрмән, тыва, чечен, Люксембург, Ҡырым татарҙары бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты. Улар Википедияла Башҡортостан тураһында 2500 самаһы мәҡәлә яҙҙы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.

Конкурстың дүртенсе этабының партнеры — «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе.

«Йәш гвардия ағзалары тарихи хәтерҙе һаҡлауға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сиктәрендә вики-марафонды яҡлау башланғысы менән сығыш яһаны. Хәҙер беҙ бишенсе, һуңғы этап, шулай уҡ әүҙем мөхәррирҙәр — «Башҡортостан 100» вики-марафоны еңеүселәренә Башҡортостанға вики-экскурсия ойоштороу өсөн партнерҙар эҙләйбеҙ», — тип өҫтәне Башҡорт Википедияһы администраторы.

http://www.bashinform.ru/news/1120897-v-bashkirskoy-vikipedii-dan-start-ocherednomu-etapu-viki-marafona-bashkortostan-100/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть