Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала мировой судьялар 1,38 миллиард һумға штраф һалған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

2017 йылда Башҡортостанда мировой судьялар 1 миллиард һумға штраф һалған. Бер йыл эсендә улар 576 меңдән ашыу эште тикшергән (2016 йылға ҡарағанда 5,6 % күберәк).

161 мең самаһы эш административ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылған (2016 йылға ҡарағанда 3,6% кәмерәк). 144 832 кешегә яза бирелгән.

Административ штрафты түләмәү тураһында эштәр күпселекте тәшкил итә – 35,2%. Икенсе урында – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында эштәр ( 27,6 %), уларҙың күбеһе — иҫерек килеш автомобиль йөрөтөү буйынса эштәр (21 902). Шулай уҡ айыҡлыҡҡа медицина тикшереүен үтмәү тураһында 7 455 эш ҡаралған.

Һалынған штрафтар суммаһы 1 миллиард 388 миллион һум тәшкил иткән, улар бюджеттарға йүнәлтелә. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты коллегияһында ошондай мәғлүмәт яңғыраны.

http://www.bashinform.ru/news/1120763-v-bashkirii-mirovye-sudi-nalozhili-shtrafov-na-1-38-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть