Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары тәүге тапҡыр факсимиль баҫмала донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Китап» нәшриәтендә Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары тәүге тапҡыр факсимиль баҫмала донъя күрҙе. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, баҫма Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.

– Бик ҡыҙыҡлы эш. Бында күренекле башҡорт шағирының Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын башҡорт теленә тәржемәләү буйынса эшмәкәрлеге факсимиль вариантта һүрәтләнгән. Йөкмәткеле баҫма, – тине Рөстәм Хәмитов. – Светлана Чураева китапҡа баш һүҙендә: «Шағирыбыҙҙың төп хеҙмәте теүәл 40 йыл уҡыусыларҙан йәшереп тотолдо», тип яҙған. Рәми Ғариповтың күп көс һалған хеҙмәте бары тик хәҙер, XXI быуаттың икенсе ун йыллығында ғына баҫылды. Уның ҡулъяҙма рәүешендә донъя күреүе бик мөһим. Ошо томды, эште ҡарап сығырға кәңәш итәм. Был – тәүге дана, әле генә типографиянан сыҡҡан. Тиҙҙән китап һатыуҙа булыр, китапханаларҙы тулыландырыр, тип ышанам.

Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары тәржемәһе беренсе тапҡыр айырым китап булып 1992 йылда баҫылып сыҡҡайны. Яңы баҫманың үҙенсәлеге шунда: уҡыусыға башҡорт шағирының төҙәтмәләре һәм иҫкәрмәләре индерелгән ҡулъяҙмаһы тәҡдим ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда «Китап» нәшриәтенең «Ғүмәр Хәйәм һәм Рәми Ғарипов – замандар бәйләнеше» проекты республика Башлығының 1,8 миллион һумлыҡ грантын алды.

http://www.bashinform.ru/news/1120546-rubai-omara-khayyama-v-perevode-rami-garipova-vpervye-vyshli-v-faksimilnom-izdanii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть