Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Фонтан, велосипед-ролик юлы йәки үҙәк майҙанда сәхнә: Яңауыл халҡы төҙөкләндереү объектын һайлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостанда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә рейтинг тауыш биреүгә әҙерлек дауам итә. Ул 20 меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа 18 мартта – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көндө үтә. Ҡала һәм ҡала биләмәләре халҡына төҙөкләндереү эше тәү сиратта финансланасаҡ йәмәғәт биләмәһен һайлау тора. Ҡала халҡы һайлаясаҡ биләмәләр исемлеге менән бөтә республика буйлап таныштылар. 1 мартҡа тиклем ҡала хакимиәттәре урындағы халыҡҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн әҙерләнгән дизайн-макеттарҙы күрһәтергә тейеш.

Яңауыл халҡы өс проекттың береһе өсөн тауыш бирәсәк. Беренсеһе – ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында фонтанды төҙөкләндереүҙе, икенсеһе – Некрасов урамы буйынса скверҙа велосипед-ролик юлын йыһазландырыуҙы, өсөнсөһө Яңауылдың үҙәк майҙанында сәхнә ҡуйыуҙы күҙ уңында тота.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, алдан рейтинг тауыш биреү өсөн исемлектәр менән Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Бәләбәй, Күмертау һәм республиканың башҡа ҡалалары һәм ҡала биләмәләре халҡы танышты.

http://www.bashinform.ru/news/1120501-fontan-velorollernaya-dorozhka-ili-stsena-na-tsentralnoy-ploshchadi-zhiteli-yanaula-sami-vyberut-obe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть