Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Йәштәр праймеризы» ярымфиналсылары билдәләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Шаршамбы, 21 февралдә, Стәрлетамаҡта «Йәштәр праймеризы» проектының һуңғы ярымфиналсылары билдәләнде. Дебаттарҙа бөтәһе 174 кеше ҡатнашты, улар ирекмәнлек, йәштәрҙең башҡа төбәктәргә һәм илдәргә күсенеп китеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәр ойошмаларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен күтәрҙе.

«Йәштәр праймеризы»нда ҡатнашыусыларға Владимир Путиндың башланғысы буйынса ойошторолған «Рәсәй лидерҙары» бөтә Рәсәй конкурсы ярымфиналсыһы менән дә аралашыу мөмкинлеге тейҙе.

«Праймериз — йәштәр өсөн уникаль майҙансыҡ ул. Бөгөн илебеҙ алдында инновацион хәл итеү юлдарын эҙләүгә әҙер йәш амбициялы белгестәрҙең ҡатнашыуын талап иткән бик күп ҙур бурыстар тора», — тине конкурста ҡатнашыусы Татьяна Саенко.

Киләһе аҙнала 31 ҡатнашыусы «Йәштәр праймеризы» финалына сығыу өсөн көс һынаша башлай. Еңеүсенең исеме март башында иғлан ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1120571-v-bashkirii-opredelilis-vse-polufinalisty-molodezhnykh-praymeriz/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть