Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә майҙаны 700 квадрат метрлыҡ яңы спорт комплексы асылды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Мини-футбол, кроссфит, һауа акробатикаһы, волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн майҙаны 700 квадрат метрлыҡ Graviton спорт комплексында ошоларҙың барыһы ла бар.

Быға тиклем төҙөкләндерелгән бинала тимер-бетон изделиелар заводы урынлашҡан булған. Бөгөн бында балалар һәм өлкәндәр сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыла.

«Проекттың төп өҫтөнлөктәренең береһе — уның «Нур театры» һәм «Ростов» ҡала автотранспорты туҡталыштары эргәһендә, шулай уҡ кварталда башҡа спорт-күңел асыу йүнәлештәренең күп булыуында, был ғаилә ағзаларының һәммәһенең дә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә», — тип һөйләнеләр спорт комплексы хаҡында етәкселәр.

Graviton комплексына килгән кешеләр өсөн спорт инвентары, кейенеү бүлмәләре, шкафтар, душ бүлмәләре һәм ял итеү урыны ҡаралған. Был үҙәкте ярыштар һәм күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Тиҙҙән бында балалар өсөн спорт секцияларын асыу күҙаллана.

Graviton спорт комплексының адресы: Ростов урамы. 18.

http://www.bashinform.ru/news/1120498-v-ufe-otkrylsya-novyy-sportkompleks-ploshchadyu-700-kv-metrov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть